(6+) 2024 йылдың 25 сентябренән 15 октябренә тиклем "Уҡыусылар өсөн мәҙәниәт" ведомство-ара мәҙәни-мәғариф проектына ярашлы А. С. Пушкиндың тыуыуына 225 йыл тулыуға арналған Бөтә Рәсәй «Рус генийын данлап" акцияһы үтә.
Унда Рәсәй мәктәптәре уҡыусылары төрлө номинацияларҙа үҙҙәренең әҙәби, сәхнә оҫталығын һәм художестволы һәләттәрен һынай ала.
“Пушкин һәм театр” (театр постановкалары, шағир әҫәрҙәре буйынса спектаклдәрҙән өҙөктәр) номинацияһы.
Эште нисек әҙерләргә һәм ебәрергә? AVI, MP4, 3GP, MPEG форматтарында 20 минутлыҡ видеояҙманы «Яндекс диск» платформаһына ебәрергә, һылтанманы күсереп алырға һәм ғариза формаһына индерергә кәрәк.
“Пушкин уҡыуҙары” (А.С. Пушкин әҫәрҙәрен уҡыу).
Эште нисек әҙерләргә һәм ебәрергә? AVI, MP4, 3GP, MPEG форматтарында 5 минутлыҡ видеояҙманы «Яндекс диск» платформаһына ебәрергә, һылтанманы күсереп алырға һәм ғариза формаһына индерергә кәрәк.
«Яңы быуатта ла Пушкин беҙҙең менән” ("И в новом веке Пушкин с нами") (шағирға һәм уның ижади мираҫына арналған үҙ әҫәре).
Эште нисек әҙерләргә һәм ебәрергә? 3 биткә тиклем Word форматындағы документты ғариза формаһы эсендә беркетергә мөмкин.
“Пушкин һынлы сәнғәттә” (А.С. Пушкиндың портреты йәки уның бер әҫәренә иллюстрация).
Эште нисек әҙерләргә һәм ебәрергә? JPEG форматындағы бер һүрәтте заявка формаһында беркетергә мөмкин.
Тәҡдим ителгән номинацияларҙың береһен йәки бер нисәһен әҙерләргә мөмкин (3 эш — бер уҡыусы өсөн максималь һан) һәм ҡатнашыуға ғаризаны 25 сентябрҙән 15 октябргә тиклем «Культурадляшкольников.РФ» порталында шәхси кабинетта ҡалдырырға.
Иғтибар! Бер эштән күберәк ебәрһәгеҙ, яңы ғариза яҙырға кәрәк!
Театр һәм әҙәбиәт өлкәһендәге билдәле эшмәкәрҙәрҙән торған эксперт комиссияһы акция йомғаҡтары буйынса иң ҡыҙыҡлы 50 еңеүсе эште һайлап ала һәм улар «Культурадляшкольников.РФ» порталында баҫылып сыға.