+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
18 Сентябрь 2024, 10:29

Октябрҙә бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 5% арта

2024 йылдың 1 октябренән бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 5,1% арттырыла, тип яҙа федераль киң мәғлүмәт саралары. Премьер-министр Михаил Мишустин Рәсәй хөкүмәте бойороғона ҡул ҡуйған.

Октябрҙә бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 5% артаОктябрҙә бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 5% арта
Октябрҙә бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 5% арта

2024 йылдың 1 октябренән бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 5,1% арттырыла, тип яҙа федераль киң мәғлүмәт саралары. Премьер-министр Михаил Мишустин Рәсәй хөкүмәте бойороғона ҡул ҡуйған.

Был федераль ҡаҙна, бюджет һәм автономиялы учреждениелар, федераль дәүләт органдары, шулай уҡ хәрби частарҙың граждан хеҙмәткәрҙәренә ҡағыла.

Шулай итеп, мәктәп һәм дәүләт юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, фән һәм башҡа өлкә хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артырға тейеш.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас