+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
18 Сентябрь 2024, 10:49

Көндәр йылы тора

Алдағы ике көндә Башҡортостанда йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итә республика синоптиктары.

Көндәр йылы тораКөндәр йылы тора
Көндәр йылы тора

Алдағы ике көндә Башҡортостанда йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итә республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, кесаҙна, 19 сентябрҙә, яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ республиканың төньяҡ райондарында бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төндә талғын, көндөҙ көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +2, +7 градус, урыны менән 0, -2-гә тиклем һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин, көндөҙ +17, +22 градус.

Йома, 20 сентябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6, +11 градус, көньяҡта +1-гә тиклем, көндөҙ +15, +20 градус.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас