«Был мәктәптәрҙә беҙ Башҡортостандың киләсәген тәрбиәләйбеҙ, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Унда уҡыған балалар бер нисә телдә, шул иҫәптән туған башҡорт, татар, республикабыҙҙа йәшәгән башҡа халыҡтарҙың телдәрендә һөйләшә».
Республика етәксеһе билдәләүенсә, бындай мәктәптәрҙә уҡыу программаһы, спорт әҙерлеге көслө, яҡшы матди база бар, һәләтле уҡытыусылар эшләй.
«Беренсе полилингваль мәктәптәрҙе 2019 йылда астыҡ. Уҡыусыларҙың һөҙөмтәләре был тәжрибәнең бик уңышлы булыуы хаҡында һөйләй. Ошо эште дауам итәбеҙ. Башҡортостанда полилингваль белем биреүҙе үҫтереү программаһы 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
Сығанаҡ “Башинформ”