Ҡунаҡсыл Өфөбөҙҙә оло форум – "Бала саҡты ҡайтарырға" фестивале бара. Фестивалдә Волга буйы федераль округының 14 төбәгендәге балалар йорттарынан 400-ҙән ашыу малай һәм ҡыҙ ҡатнаша. Балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә һәләттәрен асырға, төрлө яҡлап үҫергә, тормошта үҙ урынын табырға булышлыҡ итеүсе был проекттың финал саралары 21 сентябргә тиклем дауам итәсәк.
Форум сиктәрендә бөгөн “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһының Ял үҙәгендә улар өсөн бик матур сара үтте. Республикабыҙ мәҙәниәте менән таныштырыу ниәтенән “Ғаилә” район-ара үҙәге белгестәре милли биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. Ҡунаҡ ҡыҙҙар һәм малайҙар, ихлас ҡыҙыҡһынып, түшелдерек һәм түбәтәй яһарға өйрәнде.
– Үҙем балалар йортонда хеҙмәт дәрестәре алып барғас, бөгөнгө сара миңә бик яҡын. Тәрбиәләнеүселәребеҙ үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәрен әсәйҙәренә, туғандарына бүләк итергә ярата. Һәм әлеге оҫталыҡ дәресендә лә түшелдерек, түбәтәйҙәрҙе улар яҡындарына атап эшләгәндер, тип уйлайым, – ти Түбәнге Новгород балалары менән килгән педагог Ирина Свиягина.
Тап шулай булып сыҡты ла! Түбәнге Новгородтан 14 йәшлек Мария түшелдеректе апаһы Викаға бүләк итәсәк. “Апайыма 19 йәш”, – ти ҡыҙсыҡ. Уның әхирәте Соня ла ҡул эшен ҡәҙерле кешеһенә бүләк итергә теләй. Кемгә икәнен әлегә сер итеп һаҡлай. Һарытау ҡалаһынан 12 йәшлек Егор биҙәүесте игеҙәге Лиза өсөн тырышып әҙерләгән. “Өфөнән иҫтәлек булыр”, – ти малай.
Ошо ҡояшлы көндәрҙә республикабыҙҙа ҡунаҡ булыусы балалар артабан йөрәктәргә көс өҫтәрлек матур, йылы тәьҫораттар алып ҡайтһын, тип теләй форумды ойоштороусылар.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы бик күп күңелле саралар: “МастерОк”, “Бала саҡ йондоҙҙары”, “Аҡыл палатаһы” конкурстары, спорт ярыштары, аш-һыу бәйгеһе, экскурсиялар, дискотекалар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, спортсылар һәм блогерҙар менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре көтә.
Максим Волобоев фотолары.