+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
16 Сентябрь 2024, 09:15

Ковид йоҡтороусылар күбәйә

 Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус 143 ауырыуҙа асыҡланған.

Ковид йоҡтороусылар күбәйәКовид йоҡтороусылар күбәйә
Ковид йоҡтороусылар күбәйә

 Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус 143 ауырыуҙа асыҡланған. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

Әлеге мәлдә ковид диагнозы раҫланған 97 сырхау дауаханала ята. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 1173.

“Сирләүселәрҙең күбәйеүе миҙгелгә бәйле. Бөтә дарыуҙар ҙа бар, хәл контролдә тотола”, – тине Айрат Рәхмәтуллин.

3 сентябрҙә ковид 57 яҡташыбыҙҙа асыҡланыуын билдәләп үтәбеҙ.

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:
Читайте нас