Өфөлә “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика филиалында махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам буйынса “Хәҙерге Рәсәй шарттарында психологик консультациялау нигеҙҙәре” белем биреү программаһын презентациялау булып уҙҙы.
Программа авторҙары – “СВОя Сила” проекты етәксеһе Ольга Бадма-Халгаева һәм Мәскәү практик психология мәктәбе директоры Гули Базарова ҡунаҡтарҙы видеобәйләнеш аша сәләмләне.
Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хабирова, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Ольга Кабанова ҡатнашты.
Был пилот проекты биш төбәктә, шул иҫәптән Башҡортостанда ғәмәлгә ашырыласаҡ. Проектта махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашасаҡ, тип билдәләп үтелде. Уҡыуҙар 1 октябрҙә башлана һәм 20 апрелдә тамамлана. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарын психологик консультациялау өлкәһендәге белем һәм күнекмәләр бөгөнгө көндә кәңәш-таянысҡа мохтаждарға мөһим ярҙам буласаҡ, әүҙем йәшәү рәүеше алып барырлыҡ көс бирәсәк, тинеләр сарала.
Фото "Ватанды яҡлаусылар" фонды филиалының матбуғат хеҙмәтенән.