+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
13 Сентябрь 2024, 05:48

Милли кейем көнө билдәләнә

Бөгөн Башҡортостанда иң  сағыу байрамдарҙың береһе  – Милли кейем көнө билдәләнә. Республикала  был күркәм сара дүрт йыл элек ойошторола башланы һәм бар милләттәрҙең дә оло шатлыҡ, күтәренке кәйеф менән көтөп алған көнөнә әйләнде.

Милли кейем көнө билдәләнәМилли кейем көнө билдәләнә
Милли кейем көнө билдәләнә

Уны республиканың бар район-ҡалаларында, ауылдарында киң билдәләйҙәр: төрлө  флэшмобтар,  милли кейем күргәҙмәләре ойошторола, милли кейем элементтарын эшләргә, кейем тегергә өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтә.

Мәктәптәрҙә республика халыҡтарының милли кейеменә арналған берҙәм дәрестәр,  конкурстар, презентациялар үткәреү ҡаралған. Уларҙа халыҡтарҙың мәҙәниәте, көнкүреше тураһында һөйләйҙәр, милли музыка ҡоралдарында уйналған көйҙәрҙе тыңлайҙар, төрлө  халыҡ бейеүҙәренең видеояҙмаһын ҡарайҙар.

Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә лә  байрам айҡанлы бик күп саралар  үткәрелә. Милли кейем көнөндә тарихи-мәҙәни үҙәктәр әүҙем ҡатнаша.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Милли кейем көнө йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө, сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә.

Автор:
Читайте нас