Париждағы Паралимпия уйындарында сығыш яһаған Башҡортостан спортсылары Өфөгә ҡайтып етте. Уларҙы аэропортта спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре, тренерҙары, туғандары һәм яҡындары, көйәрмәндәр ҡаршы алды.
Илебеҙҙең милли йыйылма командаһына республикабыҙҙан Богдан Мозговой, Аделина Разетдинова, Андрей Николаев, Елена Прокофьева, Антон Кулятин, Анна Кулинич-Сорокина, Елена Паутова һәм Андрей Сафроновтар инде. Улар өс спорт төрөндә – еңел атлетика, йөҙөү, өҫтәл теннисы буйынса ярыштарҙа сығыш яһаны.
Дөйөм алғанда, республикабыҙ паралимпиясылары ике көмөш һәм дүрт бронза миҙалға лайыҡ булды.
XVII йәйге Паралимпия уйындары Парижда 28 августан 8 сентябргә тиклем уҙҙы. Унда 171 ил спортсылары ҡатнашты. Рәсәй спортсылары дүрт донъя рекорды ҡуйҙы, миҙалдар һаны буйынса илебеҙ командаһы һигеҙенсе урында.
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.