Башҡортостанда йәшәүселәр махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеүсе яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә. Мәҫәлән, күптән түгел Стәрлетамаҡ эшҡыуарҙары Данис Вәлиәхмәтов, Радик Мөхәмәтйәнов һәм Дмитрий Ковалев, УАЗ автомобилен ремонтлап, уны “Ватан” хәрби-патриотик ойошмаһының гуманитар ярҙам йыйыу үҙәгенә тапшырған. Автомобилде киләһе гуманитар ылау менән махсус хәрби операция зонаһына ебәрәсәктәр.
УАЗ машиналары фронттың төрлө участкаларында хәрби комплекттар, аҙыҡ-түлек ташыуҙа, яралыларҙы эвакуациялауҙа һәм башҡа бурыстарҙы үтәүҙә ышаныслы техника булараҡ файҙаланыла.
Фото Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең социаль селтәренән.