Башҡортостан спортсылары V Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында тәүге миҙалдар яуланы. Республиканың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, билбау көрәшендә Алёна Фәтихова көмөш миҙал алды, ә Камилла Зөлҡәрнәева ошо спорт төрөндә бронза призер булды (тренер Рөстәм Зыяҡаев).
Тәүге тапҡыр ҡатнашҡан Ләйлә Шаһисолтанова ла мас-рестлингта «көмөш» яуланы (тренерҙар Раил Бикмаев, Закариаш Шиока). Финалда ул ҡырғыҙ ҡыҙы менән осрашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 сентябрҙә Астанала Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары башланды. Ярыштар 13 сентябрҙә тамамлана. Турнирҙа илебеҙҙән 209 кеше ҡатнаша. Башҡортостан делегацияһы һан яғынан икенсе урында, уның составында 26 спортсы бар.