«Аэрофлот» авиакомпанияһы бортта туҡланыу менюһына туңдырма индерҙе. Хәҙер эҫе климатлы илдәргә осҡан рейстарҙа пассажирҙарға төп ризыҡтан һуң пломбир туңдырмаһын тәҡдим итәләр. Әлегә Башҡортостанда етештерелгән десерт менән Мәскәүҙән Малеға, Бангкокҡа һәм Пхукетҡа осҡан ваҡытта һыйланырға мөмкин. Десертты Шереметьево аэропортынан башҡа алыҫ рейстарға ла индерергә ниәтләйҙәр, тип хәбәр итә авиакомпанияның матбуғат хеҙмәте.
Мәғлүм булыуынса, күптән түгел башҡорт балын Халыҡ-ара йыһан станцияһына оҙатыуҙары хаҡында яҙғайнылар.