-5 °С
Болотло
Башҡортостан Башлығының инаугурацияһы 12 сентябрҙә була. Был турала Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә иғлан ителде.
«Ант биреү – вазифаға инеү өсөн Конституцияның мотлаҡ талабы», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республиканың әлеге етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығын һайлауҙа 80,21 процент тауыш йыйҙы. Республика һайлаусыларының 1,724 миллиондан ашыуы уның өсөн тауыш бирҙе. Һайлауға килеү күрһәткесе 72,34 процент тәшкил итте, тип хәбәр иттеләр республика Үҙәк һайлау комиссияһынан.
Сығанаҡ: «Башинформ».