Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Әхнәф Харисовтың тыуыуына быйыл 110 йыл тулды.
Башҡорт әҙәбиәте тарихын Әхнәф Харисов ауыҙ-тел ижады, Көнсығыштан килгән ҡомартҡылар, Башҡортостандың үҙендә тыуған ҡулъяҙма әҫәрҙәр, ХVIII һәм ХIХ быуат шағирҙары ижады нигеҙендә төрлө яҡлап ентекле тикшерҙе.
Һөҙөмтәлә, башҡорт халҡының рухи биографияһын ярлыландырып күрһәтеү, уға хата ҡараш ныҡ ҡаҡшатылды, милләтебеҙҙең дөйөм төрки һәм кешелек үҫешендәге урыны тулыраҡ асылды.
Уҙған быуаттың 50-се йылдарының икенсе яртыһы – 60-сы йылдарҙың тәүге яртыһында башҡорт әҙәбиәте ғилеме өр-яңы үҫеш кимәленә күтәрелде. Тәүге монографиялар, әҙәбиәт тарихы, айырым жанрҙар тураһында хеҙмәттәр донъя күрҙе. Әхнәф Харисовтың китабы шуларға үҙенсә йомғаҡ яһаған төплө хеҙмәт булды.
Шул уҡ ваҡытта ул киләсәктәге ғилми тикшеренеүҙәрҙең сифатын һәм кимәлен билдәләгән күренештәрҙең береһенә әйләнде. Ошондай хеҙмәттәр ҡараштарҙы, критерийҙарҙы үҙгәртте, ошондай өлгөләр барында шуларға тиңләшергә, шундай рухта дауам итергә тырышыу үҙе үк фәндең үҫеше өсөн мөһим этәргес ине.
Уҙған быуаттың 50-се йылдарында Шәйехзада Бабичты яңынан халыҡҡа ҡайтарыуҙы беренсе булып Әхнәф Харисов башланы. Башҡорт фольклорының Әхнәф Харисов мөхәррирлегендә башланған ун һигеҙ томлыҡ баҫмаһы донъя күрҙе.