Әбйәлил районы Рысҡужа ауылын “Япония” тип тә йөрөтәләр икән.
Тағы, “Субан”, тиһәң дә урындағы халыҡ аптырап ҡалмаҫ. Бер ауылдың шулай өс атамаһы бар, имеш.
Һайлауҙың һуңғы көнөндә урындағы “япон” ҡатын-ҡыҙҙары – Земфира Зәйнуллина, Фирүзә Хөсәйенова, Заһира Мостафина ҡунаҡтарҙы 763-сө участка һайлау комиссияһы алдындағы майҙанда, милли кейем кейеп, япон бейеүе менән ҡаршы алды.
- Япония республика Башлығын һайланы! Башҡортостаныбыҙға сәскә атыуын, именлек теләйбеҙ һәм егеттәребеҙҙең махсус операция яланынан тиҙерәк ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, - тип теләй улар.
Әйткәндәй, рысҡужалар Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа халыҡтың әүҙем ҡатнашыуын күрһәтте.