+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
8 Сентябрь 2024, 10:09

Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә – милли ойошмалар вәкилдәре

Республикабыҙҙағы милли ойошмалар вәкилдәре Башҡортостан Башлығын һайлауҙа тауыш биреү хаҡында тәьҫораттары менән бүлеште.

Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә – милли ойошмалар вәкилдәреЙәмәғәт матбуғат үҙәгендә – милли ойошмалар вәкилдәре
Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә – милли ойошмалар вәкилдәре

Республикабыҙҙағы милли ойошмалар вәкилдәре Башҡортостан Башлығын һайлауҙа тауыш биреү хаҡында тәьҫораттары менән бүлеште.

– Беҙ татыу коллективыбыҙ менән тәүге көндә үк тауыш бирҙек. Байрам һымаҡ үтте был көн. Бала сағыбыҙҙы, ата-әсәләр менән һайлауға йөрөгән ваҡыттарҙы иҫкә төшөрҙөк, –  тине Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Эльмира Саматова.

Ул тарихи-мәҙәни үҙәктәр вәкилдәренең тауыш биреүҙә бик дәррәү ҡатнашыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Сағыу милли кейемдәрҙә участкаларға килгән һайлаусылар, фотоларын беҙгә ебәреп, матур кәйефтәре менән уртаҡлашты”, – тип дауам итте ул.

– Был көн беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле. Сөнки республикабыҙҙың ғына түгел, дөйөм алғанда, Рәсәйҙең дә яҙмышы хәл ителә – бөгөн һайлауҙар башҡа төбәктәрҙә лә үтә бит. Республикабыҙ күп милләтле, бер ғаилә кеүек  йәшәйбеҙ, тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Етәкселектең ҙур ярҙамын тоябыҙ, – тип һөйләне сыуаш халҡының телен, традицияларын һаҡлау, үҫтереү буйынса "Канаш" ойошмаһы рәйесе Ирина Сухарева.

Дағстан милли мәҙәниәтенең республикабыҙҙағы йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Магомедхәбиб Солтанмагомедов һайлауҙарҙан бик ыңғай тәьҫораттар алыуын әйтеп үтте.

 – Республика Башлығы вазифаһына кандидаттар – дүрт миллионлы Башҡортостан өсөн яуаплылыҡ алырға әҙер бик ҡыйыу кешеләр. Һайлау байрамса булды. Беҙ үҙ тауышыбыҙҙы бирҙек, – тине ул.

Фото “Башинформ”дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас