2024 йылдың 6, 7, 8 сентябренә билдәләнгән Башҡортостанда Республика Башлығын, шулай уҡ район һәм ҡала советтары депутаттарын һайлауҙар барышы аҙағына яҡынлаша. Һайлауҙарға 13 меңдән ашыу йәмәғәт күҙәтеүсеһе йәлеп ителгән. "Башҡортостан Башлығын һайлау-2024" йәмәғәт матбуғат үҙәгендә шулай уҡ блогер-күҙәтеүселәр үҙ яңылыҡтары менән даими таныштыра. Өфө районының 3076-сы һайлау участкаһынанан Әлиә Ғәфур ҡыҙы Хасаева һәм Шишмә районының 3358-се һайлау участкаһында эшләгән Динара Дамир ҡыҙы Нуғаева тура бәйләнеш аша һайлау хаҡында үҙ тәьҫораттары менән бүлеште.
Өфө районының 3076-сы һайлау участкаһынанан Шамонин ауылындағы «Ысыҡҡай» балалар баҡсаһы педагог-психологы Әлиә Ғәфур ҡыҙы Хасаева:
– Мин өсөнсө көн күҙәтеүсе-блогер булып эшләйем. Беҙҙә һайлау өсөн бөтә шарттар булдырылған. Йәрминкә ойошторолдо, унда төрлө ҡул эштәре өлгөләре, тәм-томдар менән сауҙа иттеләр, “Наза”, “Дарман” төркөмдәре сығыш яһаны. Башҡорт телендә баҫтырылған бюллетендәр менән шатланып ҡуллана алды халыҡ. Ауылдыҡылар, “Рәхмәт-2024” акцияһында ҡатнашып, бүләк отоу хоҡуҡтары менән дә файҙаланды, – тип билдәләне Әлиә Ғәфур ҡыҙы.
Шишмә ҡасабаһының «Аленушка» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Динара Дамир ҡыҙы Нуғаева Шишмә районының 3358-се һайлау комиссияһында эшләй:
– Иртәнән кискә тиклем һайлаусылар ағыла. Кәйефтәр бик һәйбәт. Тәүге көндө күберәк йәштәр, урта йәштәгеләр, эшкә барыр алдынан участкаға инеп, үҙ гражданлыҡ бурысын үтәһә, бөгөн өлкән йәштәгеләрҙең әүҙемлеге күҙәтелә. Ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булып тора: мәҫәлән, берәү, Чебурашка булып кейенеп килеп, мандарин таратты. Ә кисә беҙгә 74 йәшлек бабай 71 йәшлек хәләле менән мопедҡа ултырып һайлауға килде. Беҙҙең һайлау участкаһында әлеге ваҡытҡа мең ярымдан ашыу кеше тауыш бирҙе, – тине Динара Дамир ҡыҙы.