

Бөгөн иртән уҙған брифингта Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов һайлау буйынса һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Территориаль һайлау комиссиялары мәғлүмәттәренә ярашлы, кисә киске сәғәт 8-гә халыҡтың 51 проценттан ашыуы үҙ гражданлыҡ бурысын үтәгән. Айырыуса Асҡын, Благовар, Салауат, Федоровка райондарында йәшәүселәр әүҙем тауыш биргән.
Азат Ғәлимханов 8 сентябрҙә, һайлауҙың өсөнсө – һуңғы көнөндә, иртәнге сәғәт һигеҙҙә барлыҡ участкалар ҙа асылыуын, бөтәһе лә штат режимында эшләүен билдәләне. "Бөгөнгө тауыш биреү көнө лә тыныс үтер, тип ышанабыҙ", – тине ул.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.