+30 °С
Болотло
Данлыҡлы гимнастка, яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшеваның Раевка ауылында йәшәүсе өләсәһе менән олатаһы Зөбәржәт Сәһәрйәр ҡыҙы һәм Солтангәрәй Әҙелгәрәй улы Кираевтар һайлауға, һәр ваҡыттағыса, икәүләшеп килгән. Улар ошо көндәрҙә ғаилә ҡороуҙарына 66 йыл тулыуын билдәләй, тип яҙа “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитендә эшләүсе коллегаларыбыҙ.
Хөрмәтле ветерандарҙың кәйефе байрамса. 88 йәшлек Солтангәрәй ағайҙың, өҙә баҫып, бейергә төшөүе һоҡланыу уята – бына нисек йөрөй өлкән быуын һайлауға! Уларҙың дәртенә, әүҙемлегенә йәштәр таң ҡалырлыҡ!
Фото “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитенең социаль селтәренән.