+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
8 Сентябрь 2024, 10:27

Әбйәлил районында Танкистар көнө айҡанлы танкист булып хеҙмәт үткәндәр, үҙ флагтарын тотоп, һайлауға килгән

Өфөлә “Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эш дауам итә.   “Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Башҡортостанда һайлау барышын күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы етәксеһе Лида Исәргәкова быйылғы һайлау кампанияһында эшләгән йәмәғәт күҙәтеүселәре эше һәм ошо ваҡытҡа булған ялыуҙар хаҡында һөйләп үтте.

Әбйәлил районында Танкистар көнө айҡанлы танкист булып хеҙмәт үткәндәр, үҙ флагтарын тотоп, һайлауға килгәнӘбйәлил районында Танкистар көнө айҡанлы танкист булып хеҙмәт үткәндәр, үҙ флагтарын тотоп, һайлауға килгән
Әбйәлил районында Танкистар көнө айҡанлы танкист булып хеҙмәт үткәндәр, үҙ флагтарын тотоп, һайлауға килгән

Өфөлә “Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эш дауам итә.   “Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Башҡортостанда һайлау барышын күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы етәксеһе Лида Исәргәкова быйылғы һайлау кампанияһында эшләгән йәмәғәт күҙәтеүселәре эше һәм ошо ваҡытҡа булған ялыуҙар хаҡында һөйләп үтте.

– Бөгөн – һайлауҙарҙың өсөнсө көнө, тамамланыуға һанаулы сәғәттәр ҡалды, – тине Лида Исәргәкова. – Әлеге минутҡа теркәлгән закон боҙоу осраҡтары юҡ. Бөгөн, сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә, Танкистар көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы, мәҫәлән, Әбйәлил районында танкист булып хеҙмәт үткәндәр бергәләшеп, үҙ флагтарын тотоп, һайлауға килгән. Беҙ әле генә Кушнаренко районынан ҡайттыҡ. Бөтә республика буйынса йәмәғәт күҙәтеүсере, волонтерҙар әүҙем эшләй. Ҡайҙа ла дуҫтарса йылы мөнәсәбәт хөкөм һөрә. Райондарҙа боронғо йола буйынса йәрминкәләр ойошторғандар, байрам кәйефе һаҡлана. Никахтарын теркәп, шул уҡ көндө бергә һайлауға килгән йәштәр ҙә бар. Һайлауҙың тәүге көнөндә – йәштәр, бына бөгөн оло быуын вәкилдәре әүҙемлек күрһәтә.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика халҡы быйыл өс көн дауамында – 6, 7 һәм 8 сентябрҙә Башҡортостан Башлығын һайлай. Дөйөм алғанда, республикала 218 һайлау кампанияһы (Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау һәм урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарын һайлау буйынса 216 һайлау кампанияһы) уҙғарыла. Һайлауҙы әҙерләүҙе һәм үткәреүҙе республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы, 69 территориаль һайлау комиссияһы, 3302 участка һайлау комиссияһы тәьмин итә. Бер комиссия Мәскәүҙә төҙөлгән. Һайлауҙы төрлө сәйәси партиялар, урындағы үҙидара органдары, һайлаусылар йыйылыштары тәҡдим иткән 28 меңләп һайлау комиссияһы ағзаһы уҙғара.

 15 сәғәттәге мәғлүмәттәр буйынса, участкаларға килеүселәр һаны 60 проценттан ашҡан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас