+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
8 Сентябрь 2024, 04:22

Һайлауға ғаилә менән киләләр

 “Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” Йәмәғәт матбуғат үҙәгендәге журналистарға Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы етәксеһе Лида Исирғакова тауыш биреүҙәр барышы тураһында һөйләп үтте.

Һайлауға ғаилә менән киләләрҺайлауға ғаилә менән киләләр
Һайлауға ғаилә менән киләләр

 “Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” Йәмәғәт матбуғат үҙәгендәге журналистарға Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы етәксеһе Лида Исирғакова тауыш биреүҙәр барышы тураһында һөйләп үтте. Ул һайлау участкаларындағы бик тыныс, йылы мөхитте билдәләне.

Лида Сәғит ҡыҙы республикала тауыш биреүҙәрҙең үҙенсәлеген былай тип әйтеп уҙҙы: “Кешеләр һайлау участкаларына парлашып, ғаилә, балалар менән киләләр”, – тине. Һайлаусыбыҙҙың портретын күҙ алдына килтерһәк, ул – ғаиләле кеше. Лида Исирғакова участкаларҙа милли колорит күплеген дә иғтибарға алды. Йома, шәмбе көндәрҙә никахтарын теркәгән йәштәр ҙә тауыш биреүҙә ихлас ҡатнашҡан. Бөгөн участкаларға өлкән йәштәгеләрҙең күпләп килеүе көтөлә. Уларҙың күбеһе, ғәҙәттә, һайлауға йәкшәмбе көн йөрөй торған. 

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас