+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
8 Сентябрь 2024, 11:31

Ҡайһы райондар һайлау буйынса алдынғылар рәтендә?

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова белдереп үтеүенсә, бөгөн көндөҙгө сәғәт өскә 64 проценттан ашыу халыҡ тауыш биргән. Был – 1 миллион 921 мең 641 кеше.

Ҡайһы райондар һайлау буйынса алдынғылар рәтендә?Ҡайһы райондар һайлау буйынса алдынғылар рәтендә?
Ҡайһы райондар һайлау буйынса алдынғылар рәтендә?

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова белдереп үтеүенсә, бөгөн көндөҙгө сәғәт өскә 64 проценттан ашыу халыҡ тауыш биргән. Был – 1 миллион 921 мең 641 кеше.

Мәғлүм булыуынса, райондар буйынса күрһәткес 67,96 процент тәшкил иткән. Өфөлә 61,73 процент кеше тауыш биргән дә инде. Башҡа ҡалаларҙа әүҙемлек уртаса – 54,29 процент тирәһе. Ейәнсура, Салауат, Әлшәй, Асҡын, Баҡалы, Балтас, Бишбүләк, Благовар, Борай, Йәрмәкәй, Ҡыйғы, Миәкә, Стәрлебаш, Тәтешле, Федоровка, Саҡмағош, Шаран, Яңауыл райондары – алдынғылар рәтендә. Бында һайлаусыларҙың 70 проценты үҙ хоҡуғы менән файҙаланған.

 Стәрлетамаҡ, Ағиҙел, Күмертау, Салауат һәм Өфө ҡалалары, халҡының 60 проценттан ашыуы тауыш биреп, ҡалалар һайлау буйынса тәүгеләр рәтендә килә.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас