+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
7 Сентябрь 2024, 13:04

Йәмғиәт матбуғат үҙәгендә

Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингынан Алексей Николаевич Елизарьев сығыш яһаны.

Йәмғиәт матбуғат үҙәгендәЙәмғиәт матбуғат үҙәгендә
Йәмғиәт матбуғат үҙәгендә

Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингынан Алексей Николаевич Елизарьев сығыш яһаны.

Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы (НОМ) порталында 13 мең йәмәғәт күҙәтеүсеһе эшләй. Әле порталда 14263 хәбәр теркәлгән. Улар тиҙ арала эшкәртелә. Порталда аналитик материалдар ҙа бар.

Хәбәрҙәр буйынса фекер йөрөткәндә, һайлау участкаларында байрамса кәйеф хөкөм һөрә. Кешеләр ғаиләләре менән гражданлыҡ бурысын үтәргә килә. Кемдер үҙенең юбилейы көнөндә һайлауға килһә, ҡауышып бергә йәшәй башлағандарына 65 йыл тулыуын билдәләгән парҙар ҙа бар. Милли кейемдәр менән килеүселәр байтаҡ. Һайлаусылар өсөн уңайлыҡтар булдырылған, ҡайһы бер участкаларҙа хатта ата-әсәһе гражданлыҡ бурысын үтәгән арала ултырып торһон өсөн балаларға махсус өҫтәлдәр ҡуйылған.    

Йәмәғәт күҙәтеүсеһе кем ул? Һайлау хоҡуғына эйә һәр кем йәмәғәт күҙәтеүсеһе була ала. Улар түләүһеҙ эшләй. Әле йәмәғәт күҙәтеүселәренең яртыһынан күбеһе – йәштәр. Уларҙың күп өлөшөн ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә. Күҙәтеүселәрҙең һөнәрен алғанда, төрлө өлкәләрҙә эшләүселәр бар. Йәмәғәт күҙәтеүселәре алдан бер нисә баҫҡыстан торған уҡыуҙар үтә.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас