+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
7 Сентябрь 2024, 06:15

Урындар менән тура бәйләнеш

Республикала барған һайлауҙарҙа 69 - территориаль, 3302 участка һайлау комиссияһы эшләй.

Урындар менән тура бәйләнешУрындар менән тура бәйләнеш
Урындар менән тура бәйләнеш

Республикала барған һайлауҙарҙа 69 - территориаль, 3302 участка һайлау комиссияһы эшләй.

Шулай уҡ Мәскәүҙә айырым комиссия ойошторолған.

Йәмғиәт матбуғат үҙәге менән тура бәйләнешкә Краснокама районының Ҡуян ауылынын Земфира Сәғитова бәйләнешкә сыҡты. Ул һайлау участкаларында байрам кәйефе хөкөм һөрөүе, тәүге көндә халыҡтың әүҙем һайлауы тураһында әйтте. Сама менән ауылдаштарының өстән бер өлөшө үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәгән дә инде.

Мәләүездән Аэлита Әхтәмова үҙе эшләгән һайлау участкаһында тауыш биреүҙең юғары кимәлдә ойошторолоуы тураһында һөйләне. Өлкән быуын вәкилдәре әүҙемлек күрһәтә, тине ул. Өйҙә тауыш биреү өсөн  16 кешенән ғариза алынған. Тәүге тапҡыр тауыш биреүселәргә бүләктәр тапшырыла.

Тура бәйләнеш барышында тәүге көндә һайлаусыларҙың юғары әүҙемлеге тураһында Өфөнән Татьяна Рогова ла билдәләп үтте. Ул 270-се һайлау участкаһы комиссияһы ағзаһы булып тора.  

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас