«Рәхмәт-2024» акцияһы сиктәрендә һайлауҙарҙа ҡатнашҡан һәр кемгә тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ташлама хоҡуғын биргән беләҙектәр, шулай уҡ махсус приздар отоу өсөн QR-билеттар тәҡдим ителә.
Акцияны ойоштороусының вәкиле Римма Бикмурзина, сара ҙур популярлыҡ менән файҙалана, тине республика журналистары алдында сығыш яһап.
Тәүге 65 еңеүсе билдәләнгән дә инде. Мәҫәлән, Өфөнән Артем Родичкин – смартфон, ә Анастасия Патрикеева ноутбук отҡан. Һөҙөмтәләр акцияның сайтында, шулай уҡ социаль селтәрҙә баҫылған.
«Рәхмәт-2024» акцияһы буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы колл-үҙәккә 8-927-333-45-22 телефоны аша шылтыратып бирергә мөмкин.
7 сентябрҙә бүләк уйнатыу ваҡыты — көндөҙгө 2-лә һәм киске 8-ҙә.