Йәмғиәт матбуғат үҙәгендә Башҡортостан Журналистар союзы етәксеһе Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов сығыш яһаны.
“Республика буйынса журналистар һайлау барышын әүҙем яҡтырта. Ҡыҙыҡлы темалар табып, уҡыусы күңеленә еткереүсе хеҙмәттәштәремә рәхмәтлемен”, – тине Вәдүт Ғәйфулла улы. Ул мәҡәләләрҙең сифаты юғары булыуын билдәләне.
Уҡыусыларҙы бигерәк тә Туймазыла “көмөш” ирекмәндең һәм Благовещендан 90 йәшлек ветерандың тауыш биреүе тураһындағы мәҡәләләр ҡыҙыҡһындырған.
Журналистар араһында күҙәтеүсе булып эшләүселәр ҙә бар. Шулай уҡ 12 хеҙмәттәшебеҙ район һәм ҡала советына депутатлыҡҡа кандидат булып тора.