“Рәхмәт-2024” акцияһында ҡатнашырға теләүселәр артҡандан арта.
Шуға ла ойоштороусылар өҫтәмә теркәү формаһы булдырған. Хәҙер QR-билеттарҙы рахмат102.рф сайтында ғына түгел, https://forms.yandex.ru/u/66cdcb7b068ff011c04ffbec/ һылтанмаһы буйынса ла теркәргә мөмкин.
Йәмғиәт матбуғат үҙәгендә “Рәхмәт-2024” республика акцияһының ойоштороу комитеты вәкиле Римма Бикмырҙина сығыш яһаны. Ул тағы ла 40 кешенең матур бүләктәргә эйә булыуын белдерҙе. Бүләктәр араһында квадроциклдар, робот-саңһурҙырғыстар, велосипедтар, термоподтар, аҡыллы колонкалар, смартфондар һ.б. бар. Был хаҡта рахмат102.рф сайтында һәм акцияның социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрендә мәғлүмәттәр урынлаштырылған.
Бына, мәҫәлән, Өфөнән Регина Вәлиәхмәтова – планшет, Лилиә Фәтхетдинова – мультибешергес, Карина Мазунина телевизор отҡан.
Бүләк отоусылар менән акция ирекмәндәре бәйләнешкә инә. Башта таныш булмаған телефонды алмаусылар, бүләк отоуҙары тураһындағы мәғлүмәткә ышанмаусылар ҙа бар.