+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Сентября 2024, 06:40

Белгестәр фекере

Журналистар алдында һайлауға ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса юристар, сәйәсәт юҫығында белгестәр, шулай уҡ Рәсәй Президенты эргәһендәге граждандар йәмғиәтен һәм кеше хоҡуғын үҫтереү буйынса Советтың һайлауҙар буйынса Мониторинг эш төркөмө етәксеһе, Рәсәй Президенты эргәһендәге Кеше хоҡуҡтары Советы рәйесе урынбаҫары Ирина Киркора сығыш яһаны.

Белгестәр фекереБелгестәр фекере

Дөйөм алғанда, һайлауҙар ойошҡанлы үтә, закон боҙоуҙар юҡ кимәлендә, тип белдерҙе улар. Хоҡуҡ институтының кафедра доценты, юридик фәндәр кандидаты Игорь Кузнецов социаль селтәрҙәрҙә һайлауға ҡағылышы төрлө фейк мәғлүмәттәрҙең таратылыуы тураһында хәбәр итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Республика Башлығын һайлауҙа барлыҡ парламент партияларынан биш кандидат ҡатнаша, Дәүләт Йыйылышы депутатын өҫтәмә һайлауҙа мандат өсөн өс кандидат көрәшә. Муниципаль кимәлдәге һайлауҙа һайлау кампанияларына 4435 кандидат күрһәтелгән.

Бөтә кимәлдәге һайлауҙа бюллетендарға 10 сәйәси партиянан кандидаттар индерелгән.

Тауыш биреү 6 сентябрҙә башланды, һайлау участкалары 8 сентябрҙә 20.00 сәғәттә ябыла.

Белгестәр фекере
Белгестәр фекере
Белгестәр фекере
Белгестәр фекере
Белгестәр фекере
Белгестәр фекере
Белгестәр фекере
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас