+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
7 Сентябрь 2024, 10:02

Байрам кәйефе хөкөм һөрә

Участка һайлау комиссияларынан блогер-күҙәтеүселәр Йәмғиәт матбуғат үҙәге менән тура бәйләнешкә сыҡты.

Байрам кәйефе хөкөм һөрәБайрам кәйефе хөкөм һөрә
Байрам кәйефе хөкөм һөрә

Участка һайлау комиссияларынан блогер-күҙәтеүселәр Йәмғиәт матбуғат үҙәге менән тура бәйләнешкә сыҡты.

 

Дүртөйлө районынан Гөлназ Әхмәтова 1812-се тауыш биреү участкаһында эшләй. Участка һайлау комиссияһы спорт мәктәбендә урынлашҡан.

“Халыҡ һайлауға әүҙем килә. Әлеге ваҡытҡа һайлаусыларҙың 51 проценты тауыш бирҙе лә инде. Оло йәштәгеләр ҙә ситтә ҡалмай, бына бөгөн 95 йәшлек инәй килде. Яңы тыуған сабыйҙарын коляска менән һөйрәп килгән ата-әсәләр ҙә бар. Ғүмүмән алғанда, бында байрам кәйефе хөкөм һөрә. Барыһы ла, донъялар имен булһын, тигән изге теләктәрен еткерә. Блогер-күҙәтеүсе булараҡ мин “Бәйләнештә” социаль селтәрендә постар ҡуйып барам”, – ти Гөлназ Мәүләүи ҡыҙы.   

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас