+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
7 Сентябрь 2024, 03:35

Һайлау участкалары икенсе эш көнөн башланы

Бөгөн - Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутаттар һайлау кампанияһының икенсе көнө.

Һайлау участкалары икенсе эш көнөн башланыҺайлау участкалары икенсе эш көнөн башланы
Һайлау участкалары икенсе эш көнөн башланы

Бөгөн - Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутаттар һайлау кампанияһының икенсе көнө.

Республиканың үҙәк баҫмалары мөһим был ижтимағи-сәйәси сараны Йәмғиәт матбуғат үҙәгенән күҙәтә. Журналистар алдында сығыш яһап, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, һайлауҙар барышын күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы етәксеһе Лида Исаргакова, һайлауҙар тыныс шарттарҙа әүҙем бара, тип билдәләне. Штабтың эшен баһалап, республика буйынса билдәләнгән 13 күҙәтеүсе эшләй, йәмғәт блогерҙары социаль селтәрҙәргә  меңдән ашыу пост һалды, тине ул.

Ижтимағи-сәйәси сараны Үҙәк һайлау комиссияһы, 69 территориаль һайлау комиссияһы, 3302 участка һайлау комиссияһы һәм Мәскәүҙә ойоторолған бер комиссия үткәрә.

Республика Башлығын һайлауҙа барлыҡ парламент партияларынан биш кандидат ҡатнаша, Дәүләт Йыйылышы депутатын өҫтәмә һайлауҙа мандат өсөн өс кандидат көрәшә. Муниципаль кимәлдәге һайлауҙа һайлау кампанияларында 4435 кандидат күрһәтелгән.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас