+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
6 Сентябрь 2024, 05:35

Журналистар һайлауҙы Йәмғиәт матбуғат үҙәгенән күҙәтә

Бөгөн, 6 сентябрҙә, "Башҡортостан Башлығын һайлау -2024" Йәмғиәт матбуғат үҙәге иртәнге 8-ҙә үҙ эшен башланы.

Журналистар һайлауҙы Йәмғиәт матбуғат үҙәгенән күҙәтәЖурналистар һайлауҙы Йәмғиәт матбуғат үҙәгенән күҙәтә
Журналистар һайлауҙы Йәмғиәт матбуғат үҙәгенән күҙәтә

Бөгөн, 6 сентябрҙә, "Башҡортостан Башлығын һайлау -2024" Йәмғиәт матбуғат үҙәге иртәнге 8-ҙә үҙ эшен башланы.

Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырағас, Йәмғиәт палатаһы рәйесе Данияр Мәүлийәр улы Абдрахманов һәм Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов Үҙәкте асып ебәрҙе.

Йәмғиәт матбуғат үҙәге өс көн дауамында һайлауҙар барышын яҡтыртасаҡ. Журналистар килеп тыуған мәсьәләргә асыҡлыҡ индерәсәк. Һайлау комиссияһы үҙәге рәйесе Азат Булат улы Ғилемханов 3302 һайлау участкаһында 17 мең күҙәтеүсе, 457 журналист эшләүен хәбәр итте. Мәскәүҙәге Башҡортостан вәкиллегендә һайлау участкаһы булдырылыуы ла – һөйөнөслө яңылыҡ.

Колл-үҙәк эшен ойоштороу өсөн яуаплы в Евгений Борисович Мельников мөрәжәғәттәр менән эшләүгә әҙерлек хаҡында һөйләне. Һайлауҙар буйынса һорауҙар килеп тыуһа, колл-үҙәккә 218-16-84 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.

Һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы етәксеһе Лида Сәғит ҡыҙы Иҫәрғәкова хоҡуҡ боҙоуҙы булдырмау сараларын алдан күреү һөҙөмтәле булыуын әйтте. Һайлауҙарға әҙерлек барышында күҙәтеүсе-блогерҙарға уҡыу ойошторолғанда ла ошо күҙ уңында тотолған.

Дәүләкән, Бүздәк райондарындағы блогер-күҙәтеүселәр һайлау участкаларының ваҡытында асылыуын, улар эште тыныс шарттарҙа башланып ебәреүен хәбәр итте.

Философия фәндәре кандидаты, доцент Сергей Николаевич Семенов

һайлауға килеүҙе күҙаллау, һайлаусыларҙың әүҙем тауыш биреүен тәьмин итеү хаҡында һүҙ алып барҙы. "Бөгөн граджандар үҙ киләсәген һайлай. Һәр кем дәүләт сәйәсәтенә үҙ ҡарашын белдерә. Быйылғы һайлауҙарҙа халыҡ әүҙем ҡатнашасаҡ", - тине. Тарих фәндәре кандидаты Сергей Николаевич Лаврентьев та, ошо һүҙҙәрҙе йөпләп, тауыш биреүгә килеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Журналистар һайлауҙы Йәмғиәт матбуғат үҙәгенән күҙәтә
Журналистар һайлауҙы Йәмғиәт матбуғат үҙәгенән күҙәтә
Журналистар һайлауҙы Йәмғиәт матбуғат үҙәгенән күҙәтә
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас