+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
6 Сентябрь 2024, 07:45

Республикала һайлаусыларға торт һәм туп бүләк итәләр

Стәрлетамаҡта бөгөн иртәнән үк һайлау участкаларына ғаиләләре менән тауыш бирергә киләләр. 

Республикала һайлаусыларға торт һәм туп бүләк итәләрРеспубликала һайлаусыларға торт һәм туп бүләк итәләр
Республикала һайлаусыларға торт һәм туп бүләк итәләр

Стәрлетамаҡта бөгөн иртәнән үк һайлау участкаларына ғаиләләре менән тауыш бирергә киләләр.

Шуларҙың береһендә һайлаусыларҙы күңелле сюрприздар көтә. Урындағы хакимиәт хәбәр итеүенсә, «Стәрлетамаҡ-Арена» спорт һарайындағы һайлау участкаһында беренсе булып тауыш биргән ғаилә татлы бүләк — сәй һәм торт алып ҡыуанды. Ата-әсәләре менән килгән балаларҙы һауа шары һәм спорт тубы көтә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн, 6 сентябрҙә, республикала Башҡортостан Башлығын һайлау башланды. Тауыш биреү 8 сентябргә тиклем бара. Башҡортостан һайлаусылары араһында «Рәхмәт» акцияһы ойошторола, унда 330-ҙан ашыу ҡиммәтле бүләк, шул иҫәптән фатирҙар, автомобилдәр һәм шифаханаларға юлламалар уйнатыла.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас