Йәмғиәт матбуғат үҙәгендә ойошторолған фекер алышыуҙарҙа ҡатнашыу өсөн алдан саҡырылған ҡунаҡтар артабан да килеүен дауам итте.
Политолог, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Мөхәммәт улы Йосопов һайлауҙарҙа ауыл кешеләренең ҡалала йәшәүселәрҙән әүҙемерәк булыуын билдәләне. Журналистар "Новые люди" фирҡәһенең төбәк бүлексәһе Советы секретары Руслан Рәмзит улы Дәүләтшиндың, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидат Р.Ф. Хәбировтың ышаныслы вәкиле Владимир Леонидович Савичевтың, "Ғәҙел Рәсәй патриоттары дөрөҫлөк өсөн" фирҡәһенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе Советы рәйесе урынбаҫары
Екатерина Викторовна Самсонованың әлеге һынауҙарға ҡарата фекерҙәрен ишетте.