Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы республиканың 300 мең һумлыҡ әсәлек (ғаилә) капиталын булдырырға тәҡдим итте. Дәүләт Йыйылышының һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветеран эштәре буйынса комитеты ултырышында ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ирина Небогатова шундай тәҡдим менән сығыш яһаны.
Ғаилә капиталын 2025 йылдың 1 ғинуарынан һуң өсөнсө балаһы тыуған йәки уны тәрбиәгә алған 35 йәшкәсә ҡатын-ҡыҙҙарға түләргә тәҡдим ителә.
Бынан тыш, Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы йәш йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға, 24 йәшкә тиклемге студенттарға иҫәпкә торғандан алып сабый тыуғансы ай һайын төбәктәге ике йәшәү минимумы күләмендә аҡса — 28,3 мең һум түләргә тигән тәҡдим менән сыҡты.
Сығанаҡ: "Башинформ".