+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
5 Сентябрь 2024, 09:40

Республика һайлауҙарға әҙер

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов белдереүенсә, Республиканың һайлау системаһы 2024 йылдың 6, 7 һәм 8 сентябрендә тауыш биреүҙе үткәрергә әҙер.

Республика һайлауҙарға әҙерРеспублика һайлауҙарға әҙер
Республика һайлауҙарға әҙер

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов белдереүенсә, Республиканың һайлау системаһы 2024 йылдың 6, 7 һәм 8 сентябрендә тауыш биреүҙе үткәрергә әҙер.

Иртәгә - Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутаттар һайлау кампанияһының тәүге көнө. Ижтимағи-сәйәси сараны Үҙәк һайлау комиссияһы, 69 территориаль һайлау комиссияһы, 3302 участка һайлау комиссияһы һәм Мәскәүҙә ойоторолған бер комиссия үткәрә.

Республика Башлығын һайлауҙа барлыҡ парламент партияларынан биш кандидат ҡатнаша, Дәүләт Йыйылышы депутатын өҫтәмә һайлауҙа мандат өсөн өс кандидат көрәшә. Муниципаль кимәлдәге һайлауҙа һайлау кампанияларында 4435 кандидат күрһәтелгән.

Бөтә кимәлдәге һайлауҙа 10 сәйәси партиянан кандидаттар теркәлгән. Һайлау кампанияларында 3 миллионға яҡын кеше тауыш бирә ала.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Башлығын һайлау, башҡа һайлау буйынса һайлау бюллетендәрен әҙерләү һәм республиканың территориаль комиссияларына тапшырыу процесы тамамланған.

Автор:
Читайте нас