+30 °С
Болотло
Башҡортостанда эпидемия миҙгеле башланды. “Роспотребнадзор”ҙың республикабыҙҙағы идаралығы етәксеһе Анна Казак “Башинформ”да үткән матбуғат конференцияһында шулай тип хәбәр итте.
Элек киҫкен респиратор сирҙәр ноябрҙә-декабрь башында ныҡлап таралһа, һуңғы йылдарҙа сентябрҙә үк башлана. Нигеҙҙә улар – риновирустар һәм, башҡа инфекциялар үк, миҙгел сиренә әйләнгән ковид.
Республикаға бөгөнгө көндә гриптан 1,185 миллион доза вакцина килтерелгән. Коллектив иммунитетты булдырыу өсөн, 2,4 миллион кешенең прививка яһатыуы мөһим.
Фото: “Башинформ”.