Сибай ҡалаһында беренсе модулле кадрҙар үҙәге төҙөлә башланы. Проектҡа стартты ҡалала быйыл июль айында үткән Бөтә Рәсәй вакансиялар йәрминкәһенең федераль этабын асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Урал Килсенбаев бирҙе.
“2024 йылдың майында республикала ике модулле ҡоролмаһы һатып алыуға килешеү төҙөлгән. «Демография» милли проектына ярашлы Дыуан районында һәм беҙҙең Сибай ҡалаһында төҙөләсәк яңы объекттар мәшғүллек хеҙмәте селтәрен яңыртыуға булышлыҡ итәсәк”, - ти Сибай халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Нурзилә Сәғитова.
Кадрҙар үҙәгенең дөйөм майҙаны 234 квадрат метр тәшкил итә. Уны төҙөүгә республика бюджетынан 14 миллион һум аҡса бүленгән.