+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
4 Сентября 2024, 04:30

Ҙурҙы вәғәҙә итеп алдағандар

Үткән аҙнала Республика Эске эштәр министрлығының дежур частары мутлашыуҙар тураһында 20 хәбәр алған.

Ҙурҙы вәғәҙә итеп алдағандарҘурҙы вәғәҙә итеп алдағандар
Ҙурҙы вәғәҙә итеп алдағандар

Үткән аҙнала Республика Эске эштәр министрлығының дежур частары мутлашыуҙар тураһында 20 хәбәр алған.

Октябрьский ҡалаһынан 39 йәшлек ханым билдәһеҙ номерҙан шылтыратыуға яуап бирә. Үҙен финанс аналитигы тип таныштырған берәү уға өҫтәмә аҡса эшләргә тәҡдим итә. Һүҙ аҡсаны инвестициялау тураһында барған. Ҡатын тәҡдим менән ҡыҙыҡһына һәм ике ай буйына аферисҡа 1,5 миллион һум күләмендә кредит аҡсаһын күсерә. Тик өҫтәмә аҡса эшләй алмай, һуңғы аҡсаһын инвестицияға һалғас та, трейдер юҡҡа сыға.

Ошондай уҡ хәлгә Асҡын һәм Благовещен райондарынан 44 һәм 37 йәшлек ике ир тарый. Улар ҙа, аҡсаларын инвестицияға һалып, күберәк килем алырға теләгән. Һөҙөмтәлә Асҡын районынан ир - 950 мең, Благовещендан зыян күреүсе ике миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хәтерегеҙгә төшөрә: әгәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә инвестициялар ярҙамында күберәк аҡса эшләргә тәҡдим итһәләр, һаҡ булығыҙ. Тимәк, улар – мутлашыусы.

Автор:
Читайте нас