+30 °С
Болотло
Баймаҡ районы Түбә ауылы егете Вилдан Яманғолов Татарстан Башлығы Рөстәм Миниханов менән Башҡортостан флагын тотоп фото төшкән.
Был фото – уның милли спорт төрөндә еңеүенә бер баһа.
Вилдан Яманғолов ошо көндәрҙә Татарстандың Әлмәт ҡалаһында үткән һәм Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған “Ауҙарыш” (һыбай килеш көрәш) ярышында үҙ ауырлығы категорияһында беренсе урын яулай һәм чемпион булып таныла.