+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
4 Сентябрь 2024, 04:05

Һайлауҙа фатирҙар уйнатыла

Башҡортостанда 6,7 һәм 8 сентябрҙә – тауыш биреү көндәрендә – «Рәхмәт» акцияһы ойошторола.

Һайлауҙа фатирҙар уйнатылаҺайлауҙа фатирҙар уйнатыла
Һайлауҙа фатирҙар уйнатыла

Башҡортостанда 6,7 һәм 8 сентябрҙә – тауыш биреү көндәрендә – «Рәхмәт» акцияһы ойошторола.

Һайлауҙарҙа ҡатнашҡан һәр кемгә тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ташлама хоҡуғын биргән беләҙектәр, шулай уҡ махсус приздар отоу өсөн QR-билеттар тәҡдим ителә.

Кисә “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында “Рәхмәт-2024” акцияһы тураһында ентекле һөйләшеү булды.

Һорауҙарға ойоштороу комитеты вәкилдәре Ринат Хәбиров, Регина Ҡәҙерова, Римма Бикмурзина һәм Өфө ҡала округы советы рәйесе, Өфө ҡалаһы инвестиция-төҙөлөш комитетының генераль директоры Марат Вәсимов яуап бирҙе. Улар биләдәләүенсә, яҙғы акциянан айырмалы рәүештә, Өфөлә бер нисә фатир уйнатыла. Бөтә фатирҙар ҙа бер бүлмәле. Бәхетле QR-билет эйәләрен «Рәхмәт-2024» акцияһының генераль партнеры булған Өфөнөң инвестиция-төҙөлөш комитетынан ошондай шәп бүләктәр көтә.

Еңеүселәр көнөнә ике тапҡыр билдәләнә. 6 сентябрҙә – 14.00 һәм 20.00 сәғәттәрҙә, 7 сентябрҙә - 14.00 һәм 20.00 сәғәттәрҙә, 8 сентябрҙә – 14.00 сәғәттә.

Йәкшәмбе көнө, 8 сентябрҙә, “Приздар төнө” үтә. Унда 130-ҙан ашыу бүләк уйнатыла.

Отош уйыны һөҙөмтәләрре тураһында мәғлүмәт рәхмәт102.рф сайтында баҫыла. Еңеүселәр иғлан ителгәндән һуң, ирекмәндәр улар менән бәйләнешкә сыға. Призды алыу хоҡуғын юғалтмаҫ өсөн, QR-билетын 30 сентябргә тиклем һаҡларға кәрәк.

13 сентябрҙә иһә теркәлгән бөтә билеттар "Ҙур рәхмәт" суперприз отошонда ҡатнаша ала. Ул БСТ каналында була. Бүләктәр араһында - машиналар, бөтә ғаилә менән Сочиға сәйәхәт, Башҡортостандың шифаханаларына һәм ял йорттарына юллама.
һайлауҙарҙа ҡатнашығыҙ һәм бүләктәр отоғоҙ!

Автор:
Читайте нас