Махсус хәрби операция зонаһына республикабыҙҙан 133-сө гуманитар ылау барып етте. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тупланған. 15 фуранан торған колонна хәрбиҙәргә 22 автомобиль, күсмә мунсалар, эсәр һыу, запас частар, медикаменттар һәм яугирҙәр һораған башҡа әйберҙәрҙе килтергән.
Гуманитар йөк республикабыҙ министрлыҡтары һәм ведомстволары, һигеҙ муниципалитет, йәмәғәт ойошмалары көсө менән әҙерләнгән. Уны йыйыуҙа волонтерҙар, республикабыҙҙың ялҡынлы йөрәкле кешеләре әүҙем ҡатнашҡан.
Фото БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитовтың телеграмм-каналынан.