+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
3 Сентябрь 2024, 04:50

Халыҡ-ара «Геовызов» чемпионаты старт алды

Кисә Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында II Халыҡ-ара «Геовызов» геология чемпионатын асыу тантанаһы булды.

Халыҡ-ара «Геовызов» чемпионаты старт алдыХалыҡ-ара «Геовызов» чемпионаты старт алды
Халыҡ-ара «Геовызов» чемпионаты старт алды

Кисә Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында II Халыҡ-ара «Геовызов» геология чемпионатын асыу тантанаһы булды.

Сара 9 сентябргә тиклем Шишмә районындағы "Патриот" паркында һәм Ғафури райондарында үтә.

Чемпионатҡа Рәсәйҙең 15 төбәгенән, шулай уҡ Ҡытай, Көньяҡ Африка Республикаһы, Мозамбик, Зимбабве, Эфиопия, Гвинея, Грузия, Гана, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан университеттары студенттары килгән. Бөтәһе 250-гә яҡын ҡатнашыусы теркәлгән. Чемпионат барышында уҡыусылар 11 төп этапта көс һынаша. Улар «Геология юлы», «Геология секцияһы», «Минералогия һәм петрография», «Палеонтология», «Радиометрия», «Геохимия», «Гидрогеология», «Нефть һәм газ», «Геология белеме нигеҙҙәре буйынса һынауҙар» һәм башҡа йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала.

Тантанала Федераль ер аҫты ҡулланыу агентлығы (Роснедра) етәксеһе Евгений Петров ҡатнашты һәм «Геовызов» геология чемпионаты бәйгеселәрен тәбрикләне.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин сараның Башҡортостан Башлығы башланғысы менән үткәрелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм ҡатнашыусыларға уңышлы эш аҙнаһы теләне.

Чемпионат программаһында шулай уҡ мәҙәни-спорт саралар, экскурсиялар, геологик семинарҙар һәм мастер-кластар ҡаралған.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Автор:
Читайте нас