

Өфө ҡалаһының 17-се балалар клиник дауаханаһында Әсә һәм бала өсөн матурлыҡ бүлмәһе асылды. “Татьяна Овсянникова” шәхси өҫтәмә белем биреү учреждениеһының был проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранты ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.
Проект маҡсаты – бында оҙайлы ваҡыт дауаланыусы йәки реабилитация үтеүсе балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә социаль-көнкүреш ярҙамы күрһәтеү. Уларға сәстәрен ыҫпайлатып, күркәм йөрөргә булышлыҡ итеү тормоштарының ауыр мәлдәрендә үҙ көстәренә ышанысты нығытыуға йоғонто яһаясаҡ, тип билдәләнеләр бүлмәне асыу тантанаһында. Сарала Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина, мәғариф министры урынбаҫары Инесса Косолапова, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ирина Небогатова, Башҡортостан Башлығы гранттары фонды генераль директоры Люциә Сәйфуллина, 17-се дауахана баш табибы Дилара Шаһиева, Өфөнөң Орджоникидзе районы башлығы Рөстәм Хәмитов, «Маэстро» йәмғиәте вәкиле Андрей Сысолятин ҡатнашты.
Әсә һәм бала өсөн матурлыҡ бүлмәһендә көн һайын профессионал парикмахерҙар Ғәлиә Баталова һәм Любовь Горячева эшләйәсәк. Бүлмәне асҡанғанға тиклем үк бында әсәйҙәр һәм балалар булып, кәйефтәрен күтәреп киткәндәр. Ә тантаналы сара ваҡытында Стефания тигән ҡыҙҙың сәсен ҡупшылап матурланылар.
«Башланғысыбыҙҙы хуплаған Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фондына ҙур рәхмәт. Бәләкәй пациенттар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн ошо бүлмә тап грант ярҙамында асылды, парикмахер хеҙмәттәре улар өсөн бушлай күрһәтелә», – тине проект етәксеһе Татьяна Овсянникова
Шундай уҡ бүлмә ике аҙнанан Республика туберкулезға ҡаршы диспансерҙа асыласаҡ.
Фото Татьяна Овсянникованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән