30 һәм 31 августа Башҡортостан халҡы баш ҡалабыҙ Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейын билдәләне.
Байрамға Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Абхазия Президенты Аслан Бжания, Ҡаҙағстандың сәнәғәт һәм төҙөлөш министры Канат Шарлапаев, Беларусь Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Александр Рогожник, Үзбәкстандың Наманган өлкәһе башлығы Шавкатжон Абдуразаков, Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Александр Никитин килде.
Юбилей сараларға бай булды.
Юғары ҡунаҡтар Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды.
Абхазия Президенты Аслан Бжания Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән бергә башҡорт һәм абхаз халыҡтарының дуҫлығын символлаштырыусы Колоннада төҙөү барышы менән танышты.
Ағиҙел йылғаһы буйында, «Өфө-хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһы янында, киләсәк быуындарға мөрәжәғәт менән «Ваҡыт капсулаһы»н һалыу тантанаһы үтте.
“Көрәш һарайы”н асыу – Өфөнөң 450 йыллығына оло бүләк булды. Уның залдарында иң юғары кимәлдәге халыҡ-ара ярыштар үткәрергә мөмкин. Шундай тәүге бәйге “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара спорт форумы буласаҡ.
Мәҙәни байрам саралары өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары күңеленә хуш килде.
“Торатау” конгресс-холы эргәһендәге амфитеатрҙа ике көн дауамында һигеҙенсе тапҡыр “Евразия йөрәге” халыҡ-ара мәҙәниәттәр фестивале барҙы.
Танылған артистарҙың Өфөгә килеүе байрамға мәртәбә өҫтәне. Полина Гагарина Моторҙар эшләүселәр мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда сығыш яһаны. Ә Олег Газманов Рус драма театры алдындағы майҙанда концерт бирҙе.
Юбилейға арналған төп тантана “Өфө-Арена”ла үтте.
“Ағиҙел буйындағы ҡала” тип аталған программа бай йөкмәткеле булды. Унда театрлаштырылған формала Өфө тарихы менән таныштырҙылар. Тамашала 1 100-ҙән ашыу артист, шул иҫәптән республиканың 33 алдынғы ижади коллективы, шулай уҡ Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Николай Басков һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу ҡатнашты.
Баш ҡалабыҙҙың юбилейын билдәләгән көндә шулай уҡ эшлекле осрашыуҙар, Волга буйы Ассоциацияһы ағзалары йыйылышы үтте.