Профессионал һәм һәүәҫкәр композиторҙар араһында Өфөгә арналған «Өфөгә дан йырлайбыҙ» Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән йырҙар баш ҡалабыҙҙың юбилейын билдәләгән көндә яңғыраны.
«Минең Өфөм» композицияһын композитор Урал Иҙелбаев шағирҙар Гөлфиә Юнысова, Кристина Андрианова һәм Светлана Чураева менән берлектә ижад иткән. Йырҙы “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле хоры, ҡала мәҙәниәт һарайының “Притяжение” йыр театры солистары башҡарҙы. Уны байрамға саҡырылған Рәсәй Федерацияһы Милли гвардия ғәскәрҙәренең өлгөлө-күрһәтмә оркестры оҙатып барҙы.
Жюри шулай уҡ, балалар ижадын үҫтереүгә һәм йәш таланттарға ярҙам итеүгә индергән өлөшө өсөн - Урал Мөхәмәтйәровтың «Яратҡан Өфөм» композицияһын, йәштәр араһында ижадты популярлаштырғаны өсөн, Ринат Рамазановтың «Минең Өфөм» композицияһын билдәләне.
Конкурсҡа бөтәһе 60-тан ашыу ғариза бирелгәйне. Жюри составына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре инде. Конкурстың приз фонды 100 мең һум тәшкил итте.