+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
30 Август 2024, 03:58

Өфөнөң 450 йыллығы алдынан Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырҙы

29 августа Өфөлә Радий Хәбиров мөһим дата – баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейы алдынан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Өфөнөң 450 йыллығы алдынан Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырҙыӨфөнөң 450 йыллығы алдынан Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырҙы
Өфөнөң 450 йыллығы алдынан Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырҙы

29 августа Өфөлә Радий Хәбиров мөһим дата – баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейы алдынан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Баш ҡала һәр саҡ үҙенең хеҙмәтсәндәре менән дан тотто, тип билдәләне республика етәксеһе. Өфөләр 1945 йылғы Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индерҙе – завод-фабрикаларҙа, госпиталдәрҙә эшләне, икмәк үҫтерҙе, авиамоторҙар, яғыулыҡ етештерҙе. Илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путин Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән юғары исем бирҙе. Беҙ барыбыҙ ҙа ошо лайыҡлы исем менән ғорурланабыҙ.

«Бөгөн Өфө – заманса, йылдам үҫешкән, шул уҡ ваҡытта күркәм мегаполис, бында йәшәргә, эшләргә уңайлы, лайыҡлы белем алырға мөмкин. Ижад итеү һәм һәр яҡлап үҫешеү бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Беҙ ҡала парктарын һәм йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндерәбеҙ, мөһим социаль объекттар төҙөйбөҙ. Республикабыҙ һәм уның баш ҡалаһы менән һоҡланыу өсөн Өфөгә бар донъянан ҡунаҡтар килә.

Өфө – Башҡортостандың йөрәге. Дөйөм алғанда, республика алдына күләмле бурыстар ҡуя алабыҙ. Әммә уңыштарыбыҙ хаҡында тап баш ҡала буйынса фекер йөрөтәләр.

Бөгөн был залға төрлө һөнәр эйәләре, хәрби хеҙмәткәрҙәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар йыйылған. Ҡаһарманлығығыҙ, һөнәри оҫталығығыҙ, талантығыҙ, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн ихлас рәхмәт әйткем килә. Һеҙ Өфө һәм Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индерәһегеҙ», – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе бүләкләнгән яҡташтарыбыҙҙы телгә алып үтте.

«Беҙҙең театр сәнғәте легендаһы Сәүиә Сираева барыбыҙ өсөн дә актерлыҡ һәләте, мөләйемлек, нәфислек символы булып тора. 70 йыл театр сәхнәһенә, тамашасыларыңа хеҙмәт итеү – тотош дәүер ул, ҡәҙерле дуҫтар. Хөрмәтле Сәүиә Ғимаҙлислам ҡыҙы, беҙ һеҙҙең менән ихлас һоҡланабыҙ.

Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Рәфил улы Мәүлиев етәкселегендә Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек йәһәтенән ниндәй ҙур эш башҡарылғанын күрәбеҙ. Өфө командаһы артабан да шулай әүҙем идара итеү стилен күрһәтер тип ышанам.

Бөгөн беҙ билдәле хирург, «Алтын Скальпель» премияһына лайыҡ булған Артур Марс улы Авзалетдиновҡа ла лайыҡлы награда тапшырабыҙ. БДМУ клиникаһының торакаль хирургия бүлексәһе мөдире Артур Марс улы иң заманса методикалар буйынса ҡатмарлы юғары технологиялы операциялар яһай.

Бүләкләнгән яҡташтарыбыҙҙың һәр береһе хаҡында бик күп йылы һүҙҙәр әйтергә мөмкин», – тип билдәләне республика етәксеһе.

«Беҙ республиканың баш ҡалаһы менән ғорурланабыҙ, традицияларҙы хөрмәт итәбеҙ һәм бергәләп Башҡортостан өсөн яҡшы киләсәк төҙөйбөҙ. Яратҡан ҡалабыҙҙың юбилейы һәм лайыҡлы наградаларығыҙ менән ҡотлайым. Яңы һөнәри һәм ижади ҡаҙаныштар теләйем! Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм изгелек», – тине Башҡортостан Башлығы.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас