+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
30 Август 2024, 18:00

Өфөлә “Евразия йөрәге”

Быйыл “Евразия йөрәге” халыҡ-ара мәҙәниәттәр фестивале Өфөлә һигеҙенсе тапҡыр уҙғарыла.

Өфөлә “Евразия йөрәге”Өфөлә “Евразия йөрәге”
Өфөлә “Евразия йөрәге”

Быйыл “Евразия йөрәге” халыҡ-ара мәҙәниәттәр фестивале Өфөлә һигеҙенсе тапҡыр уҙғарыла.

“Торатау” конгресс-холы эргәһендәге амфитеатрға концерт ҡарарға беренсе көндә 60 меңдән ашыу тамашасы килде, тип хәбәр итә сараны ойоштороусылар.

“Евразия йөрәге” Рәсәйҙең иң яҡшы 10 фестивале исемлегенә инә. Ул быйыл Өфөнөң 450 йыллығына арналды.

Фестивалдең концерт программаһын рәсәйҙең билдәле коллективтарының береһе – “Pizza” төркөмө асты. Уның солисы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сергей Приказчиков Өфөлә тыуып үҫкән.

Артабан сәхнәгә республикала киң танылған “Бишбармаҡ” оркестры күтәрелде һәм башҡортса йырҙары менән тамашасыларҙы бейетте.

Өсөнсө коллектив Беларусь Республикаһынан ине. “HARIZMA” төркөмө фестивалгә хиттарын һәм өр-яңы йырҙарын алып килгәйне. Александр Пушкиндың һүҙҙәренә яҙылған “Я помню” тигән йырҙарын Өфө тамашасыһы тәүгеләрҙән булып ишетте.

Йәштәр  араһында киң танылған Рәсәй башҡарыуысылары Ваня Дмитриенко менән Алексей Воробьев фестивалдең төп ҡунағына әүерелде.

Автор:
Читайте нас