+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
29 Август 2024, 07:29

Өфөлә сапсанға һәйкәл асылды

Өфөлә Үҙәк баҙар янында яңы арт-объект барлыҡҡа килде. «Үҙәк» аллеяһындағы скульптура банк ҡыйығында оя ҡорған ыласын (сапсандар) ғаиләһе хөрмәтенә ҡуйылды. 

Өфөлә сапсанға һәйкәл асылдыӨфөлә сапсанға һәйкәл асылды
Өфөлә сапсанға һәйкәл асылды

Өфөлә Үҙәк баҙар янында яңы арт-объект барлыҡҡа килде. «Үҙәк» аллеяһындағы скульптура банк ҡыйығында оя ҡорған ыласын (сапсандар) ғаиләһе хөрмәтенә ҡуйылды. Металдан эшләнгән ҡош һыны финанс учреждениеһынан – ҡалаға бүләк. Бөгөн, 29 августа, уны асыу тантанаһында Өфө мэры Ратмир Мәүлиев һәм банк вәкилдәре ҡатнашты. Композицияның бейеклеге – 3,3 метр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ыласын-сапсандар яҙ һайын Өфө ҡалаһы банкы ҡыйығына әйләнеп ҡайта. 2019 йылдан банк сапсан ҡошсоҡтары сыҡҡан һәм үҫкән осорҙа улар тормошо тураһында тәүлек әйләнәһенә онлайн-трансляция алып бара. Быйыл уларҙың ояһында өс йомортҡа бар ине, тик бер генә ҡошсоҡ сыҡты. Уға Бүләк тигән ҡушамат биргәндәр. 

Сығанаҡ: «Башинформ». 

Автор:
Читайте нас