Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мәктәптәрендәге Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар уҡыусылары менән осрашты.
Улар, 6-9 синыфтарҙан 260 уҡыусы, Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында профилле смена сиктәрендә әҙерлек үтә.
Башҡортостан Башлығы сығышында, әлеге ҡатмарлы осорҙа генерал Шайморатовтың батырлығы хаҡында хәтер бөтә йәмғиәтте берләштерҙе, тип билдәләне.
- Республика Шайморатов исеме тирәләй берләшә. Күптәрегеҙ, «шайморатовсылар» рәтенә инеп, Өфөнөң Совет майҙанында тантаналы ант бирҙе. Туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ бөгөн махсус хәрби операцияла үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй. Республика яугирҙәрен Совет майҙанынан оҙатып ебәрә. Ял итергә килгәс тә, беҙ уларҙы шунда ҡаршылайбыҙ, бында еңеү менән көтәбеҙ, – тине ул.
Осрашыу барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Республикала Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 189 профилле класс ойошторолған. Унда 4 меңгә яҡын үҫмер шөғөлләнә. 2024 йылдың сентябрендә тағы ла 69 шайморатовсылар класын асыу планлаштырыла, унда 1,4 мең уҡыусы ҡабул ителәсәк.