Башҡортостанда 6,7 һәм 8 сентябрҙә – тауыш биреү көндәрендә – «Рәхмәт» акцияһы ойошторола.
Һайлауҙарҙа ҡатнашҡан һәр кемгә тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ташлама хоҡуғын биргән беләҙектәр, шулай уҡ махсус приздар отоу өсөн QR-билеттар тәҡдим ителә.
QR-билеттар, балаларҙы ла иҫәпкә алып, барлыҡ ғаилә ағзаларына бирә. Ҡатнашыусыларға, үҙҙәренең QR-билетын сканерлап, рәхмәт102.рф сайтында 8 символдан торған уникаль кодты теркәргә кәрәк. Приз фонды 300-ҙән ашыу ҡыйбатлы бүләктәрҙән тора. Исемлектә квадроциклдар, мотоциклдар, һыу мотоциклдары, электр самокаттар, шулай уҡ көнкүреш һәм офис техникаһы – телевизорҙар, ноутбуктар, планшеттар, телефондар, робот-саң һурҙырғыстар бар.
Еңеүселәр көнөнә ике тапҡыр билдәләнә. 6 сентябрҙә – 14.00 һәм 20.00 сәғәттәрҙә, 7 сентябрҙә - 14.00 һәм 20.00 сәғәттәрҙә, 8 сентябрҙә – 14.00 сәғәттә.
Йәкшәмбе көнө, 8 сентябрҙә, “Приздар төнө” үтә. Унда 130-ҙан ашыу бүләк уйнатыла.
Отош уйыны һөҙөмтәләрре тураһында мәғлүмәт рәхмәт102.рф сайтында баҫыла. Еңеүселәр иғлан ителгәндән һуң, ирекмәндәр улар менән бәйләнешкә сыға. Призды алыу хоҡуғын юғалтмаҫ өсөн, QR-билетын 30 сентябргә тиклем һаҡларға кәрәк.
13 сентябрҙә иһә теркәлгән бөтә билеттар "Ҙур рәхмәт" суперприз отошонда ҡатнаша ала. Ул БСТ каналында үтә. Бүләктәр араһында - машиналар, бөтә ғаилә менән Сочиға сәйәхәт, Башҡортостандың шифаханаларына һәм ял йорттарына юлламалар, Проекттың төп партнеры, Өфө ҡалаһының "Инвестиция-төҙөлөш комитеты", уйнатыуға өс фатир бирә.
һайлауҙарҙа ҡатнашығыҙ һәм бүләктәр отоғоҙ!